РУБАН (Симахина) Анна Никитична (21.2.1935, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Липовка утары, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Благовещенка а., — 27.9.1983, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1962) һәм респ. категориялы судья (1968). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1975). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Д.Кузьмин). 800 м йүгереүҙә РСФСР һәм 1‑се РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1956) чемп., кроста СССР чемпионатының көмөш призёры (1964) һәм РСФСР чемпионатының бронза призёры (1965). 1968 й. алып “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советының яуаплы секретары, 1971 й. — БАССР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе инструктор‑методисы, 1977 й. — 4‑се ДЮСШ‑ның уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 2008 й. Р. ис. приз булдырыла, уның м‑н 800 м йүгереүҙә һәм кроста Башҡортостан чемп. бүләкләнә.

А.А.Крюков

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.