“АУДИТ-ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК”, ЯСЙ. Аудиторлыҡ эшмәкәрлеген (ҡара: Аудит), маркетинг тикшеренеүҙәрен, коммерция эшмәкәрлеге, финанстар һәм идара итеү мәсьәләләре б‑са консультация биреүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 1995 й. нигеҙ һалына. Төбәктең ун иң эре фирмаһы һәм Рәсәйҙең йөҙ иң эре аудитор-консалтинг төркөмө иҫәбенә инә. Фирма хеҙмәттәрен БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә бөтә милек формаһындағы 200‑ҙән ашыу пр‑тие файҙалана.

Тәрж. Г.А.Миһранова