РОГОВА Наталья Леонидовна (28.3. 1927, Запорожье ҡ. — 18.8.1994, Өфө), тренер. Теннис б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1959). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1988). Кишинёв пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1951 й. алып ДЮСШ һәм Молдова ССР‑ы (Кишинёв) йыйылма командаһы тренеры, 1977 й. — теннис б‑са СДЮСШОР һәм БР (Өфө) йыйылма командаһының өлкән тренеры. Бөтә Рәсәй теннис ассоциацияһы үткәргән “Рәсәйҙең теннис буйынса иң яҡшы балалар тренеры” смотр‑конкурсы еңеүсеһе (1994). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Г.Черкасов, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры Ю.Е.Лютрова. 1995 й. башлап Өфөлә йыл һайын уның иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр турниры үткәрелә.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.