РОБОТЛАШТЫРЫУ, производствоны кешеһеҙ участкалар, цехтар, заводтар төҙөү мөмкинлеген биргән сәнәғәт роботтарын файҙаланыуға нигеҙләнеп комплекслы автоматлаштырыу. Р. технологиялары персонал булмауын иҫәпкә алған яһалма интеллект методикаларын ҡулланып эшләнелә. Сәнәғәт роботтары ярҙамсы (тейәү, бушатыу, ташыу, складтағы операциялар), төп эш (иретеп йәбештереү, буяу, йыйыу һ.б.) һәм универсаль булғандарға бүленә. Р. кеше эшмәкәрлегенең ғәҙәти техник саралар м‑н автоматлаштырып булмаған өлкәләрендә (физик һәм интеллектуаль) файҙаланыла. Р. ҡулланыу аҙ сериялы, сериялы һәм күпләп етештереүҙә айырыуса һөҙөмтәле. Һығылмалы һәм күп яҡлы булыу мөмкинлеген тыуҙыра, производство ҡорамалдарын тулыһынса үҙгәртмәйенсә сығарылған продукция һанын һәм төрҙәрен арттырыу мөмкинлеген бирә. Хеҙмәт һәм матди ресурстарҙы һаҡсыл тотоноуға, етештереүҙең һәм башҡарылған эш сифатының күтәрелеүенә, продукцияның үҙҡиммәте төшөүенә килтерә; юғары т‑рала, газ м‑н ағыуланыу, көслө шау‑шыу, радиоактив йәки шартлау ҡурҡынысы булған шарттарҙа кеше хеҙмәтен файҙаланыуҙан ҡотҡара. Тәүге быуын сәнәғәт роботтарын ҡулланыу алдан төҙөлгән программаларға ярашлы рәүештә, башлыса иретеп йәбештереү, ҡойоу, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, һығылмалы производство участкалары һәм комплекстары составында һан менән программаланған идара итеү станоктарына деталдәр биреү, күсереү һәм алыу өсөн ҡулланыла. Һуңыраҡ автоматлаштырылған производстволарҙы файҙаланыу шарттарының эстән һәм тыштан үҙгәреүендә кеше аҙ ҡатнашыуға яраҡлаштырылған икенсе һәм өсөнсө быуын роботтары (адаптив һәм яһалма интеллект элементтары хас булған) уйлап табыла. Көнкүреш һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә Р. актуаль була. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. ӨДАТУ‑ла (В.Ц. Зориктуев, Б.Ғ.Ильясов, Н.И.Йосопова һ.б.) һуңынан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, Өфө агрегат производство берекмәһендә, “БЭТО” ААЙ‑нда һ.б. индерелгән роботтар, яңы идара итеү системалары уйлап сығарылған. 80‑се йй. “Инмаш” ААЙ‑нда сәнәғәт робот‑манипуляторҙары етештерелә. 90‑сы йй. алып Р. “Полигон” ААЙ ҒПП‑нда (үлсәү һәм төрөү участкаларында, электронлы продукция етештергәндә; Өфө), “НефАЗ” ААЙ‑нда (кран‑манипуляторҙар); 2000 йй. — “Электрозавод” ААЙ‑нда (ташыу, төрөү роботтары; Өфө) һ.б ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Микроробототехника.

О.В.Даринцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.