“РИНГ БАШКОРТОСТАНА”, спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. БДУ‑ның спорт комплексы базаһында эшләй. 1991 й. төҙөлгән. Махсуслашҡан спорт залы (24×12, 12×9 м) бар. Бокс һәм кикбоксинг бүлексәләре эшләй. Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында В.А. Ганченко, Р.А.Ғиззәтуллин, В.Ю. Еремеев, Э.Ә.Ҡасимов, Р.Ғ. Хөснөтдинов, Н.Н.Фәйзуллин, ш. уҡ 50‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Клуб м‑н С.Т.Аслаев, А.Н. Макаров һ.б. тренерҙар эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Т.Аслаев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке