РИГЕЛЬ, Орион β‑һы, аҡһыл зәңгәр гигант йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,1. Диам. Ҡояштан 30 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 910 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. Күк йөҙөнөң иң баҙыҡ йондоҙҙарының береһе һәм йондоҙлоҡтоң иң баҙыҡ йондоҙо. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Дек. аҙ. — ғин. башында, төн уртаһында йондоҙ көньяҡта офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (28°) күтәрелгән сағы — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке