РӘХМӘТОВ Салауат Кипай улы (17.12.1967, Алма‑Ата ҡ.), спортсы. Ҡаяға үрмәләү спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). Армия спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1988 й. алып “Спартак” (тренеры С.М.Архипов; икеһе лә — Алма‑Ата;) спорт клубы, 1998— 2010 йй. 11‑се СДЮСШОР (Өфө; тренеры С.А.Степанов) өсөн сығыш яһай. Донъя чемп. (2005), Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе (1989, 1991, 2001, 2 тапҡыр 2000 һәм 2003), СССР (6 тапҡыр, 1987—91) һәм Рәсәй (12 тапҡыр, 1999—2003, 2009) чемп., Донъя кубоктарының көмөш призёры (2000, 2003), Европа чемпионатының бронза призёры (1992, 2002). СССР (1986 й. алып), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1998—2010) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.