АУДИТ (ингл. audit), иҡт. субъекттарҙың бухгалтер (финанс) отчётлылығын, түләү-иҫәп документтарын, һалым декларацияларын һ.б. финанс йөкләмәләрен бойондороҡһоҙ ведомстволарҙан тыш тикшереүҙе тормошҡа ашырыу б‑са аудиторҙарҙың (аудитор фирмаларының) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрө. Аудиторҙар функцияларына ш. уҡ финанс, һалым, банк һ.б. закон мәсьәләләре б‑са консультация биреү, законға һәм халыҡ-ара аудиторлыҡ стандарттарына һәм иҫәпкә алыу ҡағиҙәләренә ярашлы пр‑тиеға һалым органдарында һәм арбитраж судтарҙа уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ярҙам итеү инә. А. тышҡы һәм эске, мотлаҡ һәм инициативалы төрҙәргә айыралар. Тышҡы А. — финанс органдары вәкәләт биргән йәки пр‑тие (фирма) саҡырған аудиторҙар; эскеһе иҡт. субъекттың үҙ штатында торған аудиторҙар тарафынан үткәрелә. Мотлаҡ А. — ғәмәлдәге закондарға ярашлы, ш. уҡ прокурор, суд, һалым полицияһы һ.б. санкцияһы булғанда тәүтикшереү дәүләт органдары ҡушыуы б‑са; инициативалы А. иҡт. субъекттың үҙ ҡарары б‑са тормошҡа ашырыла. А. — баҙар инфраструктураһы элементы. Башҡортостанда аудиторлыҡ эшмәкәрлеге БР МС‑ы эргәһендәге Аудиторлыҡ эшмәкәрлеге б‑са комиссия ойоштороуҙан башлана (1992). БР‑ҙа “Малия” (1993), “Аудитор Әнүәр” (1993) һ.б. фирмалар тәүге аудитор ойошмалары була, 1997—2011 йй. Башҡортостан Республикаһының Аудиторҙар ассоциацияһы эшләй. 2010 й. БР‑ҙа аудитор хеҙмәте күрһәткән 193 фирма теркәлгән, ш. иҫ. “Аудит-хәүефһеҙлек”, “ДДМ-аудит”, “Ориентир”, “Урал-защита”, “Эксперт‑аудит”. БР‑ҙа Рәсәй аудиторҙары коллегияһының Башҡ‑н төбәк бүлексәһе эшләй (1995).

Ф.Х.Мәхмүтова, Ә.М.Усманова, В.Я.Якушина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина