РӘМИЕВ Мәзит Кәлимулла улы [3.1.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 11.6.1999, Өфө], инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). ӨАИ‑ны тамамлаған (1963). 1961 й. алып ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1972 й. башлап өлкән ғилмихеҙм‑р, 1978 й. — лаб. мөдире, 1987 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть үткәргестәрҙе коррозиянан һаҡлауға арналған. Р. ҡатнашлығында үткәргес торбаларҙы изоляциялау технологиялары, “Пластобит” тибындағы изоляция ҡаплауҙары, УИМ‑14, УИМ‑20НРС, УИМ‑273, УИМ‑720, УИМ‑1020, УИМ‑1220 РС изоляция машиналары уйлап табылған. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың үткәргес торба транспорты пр‑тиеларында индерелгән. 35‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. СССР МС-ы (1983), И.М.Губкин ис. (1983) пр. лауреаты.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов