РЕНОВАЦИЯ т е х н и к а л а, матди производство сараларының һәм объекттарының эшләү ресурсын арттырыуға, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә, конверсияға (машина һәм агрегаттарҙы яңы тәғәйенләнештә файҙаланыу), ш. уҡ экологик яҡтан таҙа утилләштереүгә йүнәлтелгән технологик, конструкторлыҡ һәм ойоштороу саралары комплексы. Ресурсты арттырыуға конструкцияһы б‑са бәйләнгән, бер йәки бер нисәүһенең эштән сығыуы дөйөм эш һәләтен юғалтыуға килтергән деталдәрҙән торған машина йәки агрегатты ремонтлау; айырым деталдәрҙең башланғыс механик характеристикаларын, майлау материалдарының физик‑химик һәм файҙаланыу үҙсәнлектәрен тергеҙеү, машина һәм агрегаттарҙың конструкцияларын яңы материалдар ҡулланып модернизациялау; хисаплау техникаһын һәм сараларын ремонтлау, уларҙың эшләү һәләтен оҙайтыу өсөн материалдарҙы алыу һәм регенерациялау технологияларын камиллаштырыу инә. Реновация процестары ресурс һәм энергия һаҡлаусы технологик процестарҙың айырым төркөмөн барлыҡҡа килтерә һәм сарыф ителгән хеҙмәт ресурстарын, ер байлыҡтарын, атмосфера, һыу һәм һауа составын рациональ файҙаланыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. башлап Р. б‑са тикшеренеүҙәр ӨДАТУ‑ла алып барыла (В.В.Атрощенко, Ф.Б.Ғәниев һ.б.). Эксплуатацияла булып туҙған (мурт) металдың башланғыс механик характеристикаларын алыр өсөн тергеҙә торған термоэшкәртеү технологияһы уйлап табыла; ныҡлығы һәм ҡатылығы эшкәртелгән материалдарҙың (титан, тутыҡмай торған ҡорос) характеристикаларынан байтаҡҡа кәм булған материалдарҙан (мәҫ., баҡыр йәки графиттан) инструменттар ярҙамында эшкәртеп ҡатмарлы профилдәге деталдәрҙе яһағанда ҡулланылған материалдарҙы электр һәм физик‑химик ысулдар м‑н эшкәртеү технологиялары һәм ҡорамалдары эшләнә. Асыштар “Башкирэнерго, Гидравлика” пр‑тиеларында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә һ.б. индерелгән. Респ. сәнәғәт пр‑тиеларында металл ҡырҡыу станоктарын һәм төрлө ҡорамалдарҙы капиталь ремонтлау һәм модернизациялау үткәрелә.

В.В.Атрощенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.