РЕКРИСТАЛЛИЗАЦИЯ, ҡыҙҙырғанда (мәҫ., яндырғанда) деформацияланған материалдарҙың (а һүрәте) микроструктураһы үҙгәреүе процесы (был ваҡытта яңы бөртөктәр барлыҡҡа килә, уларҙың ҙурайыуы күҙәтелә); системаның ирекле энергияһының кәмеүенә килтерә. Деформация__барышында дислокацияларҙың тығыҙлығы 108 алып 1013 см‑2 тиклем, ағыу сиге — 5—6 тапҡыр арта, һығылмалы булыуы кәмей. Материалды 0,4tиреү т‑раһынан юғарыраҡ т‑раға тиклем ҡыҙҙырғанда бөртөктәрҙәге дислокациялар яңынан бүленә һәм юғала, һығылмалылыҡ арта. Р. процесында дислокациялары булмаған бөртөктәр формалаша (б һүрәте), артабан улар элеккеләре иҫәбенә ҙурая һәм дислокацияларҙың тығыҙлығы түбән булған яңы бөртөктәр структураһы барлыҡҡа килә (в һүрәте). Деформацияланған структураның Р. йыш ҡына беренсел, йәки эшкәртеү Р., юғары т‑раларҙа деформацияланғанда (сүкеү, штамплау, прокатлау) — динамик Р. тип атала. Деформация һәм Р. материалдарҙың структураһын һәм үҙсәнлектәрен үҙгәртеү сараһы булып тора. 20 б. 80‑се йй. уртаһынан Авиация техник университетында, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында Р. материалдарға ультраваҡ бөртөклө структура биреү йәки механик үҙсәнлектәр комплексы формалаштырыу өсөн өйрәнелә. Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре магний иретмәләренең ваҡ бөртөклө структураһын (Н.Ғ.Зарипов, Р.О.Ҡайбышев), феррит, аустенит һәм аустенит‑феррит класлы тутыҡмаған ҡоростар (Р.Ғ.Зарипова, О.Ә. Ҡайбышев, Г.А.Салищев һ.б.) алыу өсөн файҙаланыла.

Әҙәб.: З а р и п о в а Р.Г. Рекристаллизация в металлах и сплавах. Уфа, 2007.

Р.Ғ.Зарипова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.