РЕКОНСТРУКЦИЯ м а ш и н а э ш л ә ү с ә н ә ғ ә т е н д ә, хәҙ. производство майҙандарында һәм хеҙм‑рҙәр һаны ш. уҡ булғанда яңы продукция етештереүҙе ойошторор өсөн производство процестарын һәм технологияларын тамырынан үҙгәртеп ҡороу, етештереү ҡеүәттәрен әҙерләү б‑са саралар комплексы. Р. эсенә реконструкция, производствоны техник яҡтан яңынан йыһазландырыу, комплекслы автоматлаштырыу, реновация, инновацион конверсия, оборона производствоһын конверсиялау, производство һәм ойоштороу структураларын яңынан үҙгәртеү, бина һәм ҡоролмаларҙы реконструкциялау инә. Р. өсөн эште генподряд һәм субподряд ойошмаларын, төҙөлөш, төҙөлөш‑монтаж йәки монтаж пр‑тиеларын йәлеп итеп подряд ысулы (производствоны техник яҡтан з‑дтан тыш әҙерләү) һәм хужалыҡ ысулы (производствоны техник яҡтан з‑д көстәре м‑н әҙерләү) — проектлау документтарын әҙерләй алған реконструкциялау бүлектәре аша ойоштороу файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑сы йй. ғәмәлдәге производствоны туҡтатмайынса Р. ысулы уйлап сығарылған (Г.В.Панков, С.Г. Селиванов); Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә подряд ысулы м‑н башҡарылған Р. ваҡытында яңы быуын авиация двигателдәре етештерелгән; Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә реконструкциялау эштәрен маҡсатлы программалар һәм календарь графигын ҡулланып хужалыҡ ысулы м‑н ойоштороу юғары һөҙөмтәләр биргән: 5 йыл эсендә 8 цехты, 50 производство участкаһын Р. иҫәбенә етештереү күләменең артыу индексы 194,5%, хеҙмәт етештереүсәнлеге — 179,6% тәшкил иткән, 52 яңы изделиены етештереү үҙләштерелгән.

Әҙәб.: П а н к о в Г.В., С е л и в а н о в С.Г., А и т о в Н.А. Непрерывная реконструкция предприятий машиностроения. М., 1991.

C.Г.Селиванов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.