РЕЗЕРВУАР (лат. reservo — һаҡлайым), нефть, нефть продукттарын һәм шыйыҡландырылған газды, һыуҙы, химик продукттарҙы һ.б. ҡабул итеү, һаҡлау, техник эшкәртеү һәм ебәреү өсөн һыйышлыҡ. Конструкцияһы б‑са вертикаль һәм горизонталь; тура мөйөшлө, шар һымаҡ һ.б.; материалы б‑са — ҡорос, тимер‑бетон һ.б.; ер өҫтөнә ҡарата урынлашыуы б‑са — ер аҫты һәм ер өҫтө Р. айырыла. Нефть һәм нефть продукттары өсөн башлыса цилиндрик вертикаль ҡорос (РВС) һәм горизонталь (РГС) Р. файҙаланыла. Нефть һәм нефть продукттары өсөн стандарт вертикаль ҡорос Р. (РВС) күләме 100—120 мең м3 була. Складтарҙа Р. резервуар паркы яһап, төркөмләп урынлаштырыла. Бер йәки ике стеналы күләме 3—250 м3 булған горизонталь Р. автомобилдәрҙе заправкалау станцияларында, нефтебазаларҙа, производство пр‑тиеларының нефть продукттары складтарында; күләме 40—50 мең м3 булған тимер‑бетон Р. — нефть промыслаларында, нефть ҡыуыу станцияларында, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия з‑дтарында, һыу менән тәьмин итеү системаларында файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда Р. коррозия механизмын асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр башлана, уларҙы һаҡлау саралары уйлап табыла. 60‑сы йй. башлап ӨДНТУ‑ла Р. конструкцияһын, уларҙың көсөргәнешле деформацияланыу хәлен камиллаштырыу, техник диагностикалау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, күтәреү һәләте түбән һәм баҫылған тупраҡтарҙа Р. төҙөү өсөн нигеҙ проекттары (В.Б.Ғәлиев), буфер Р. нефтте иҫәпкә алыуҙың автоматлаштырылған системаһы (А.П.Верёвкин) һ.б. эшләнә. 70‑се йй. алып ИПТЭР‑ҙа Р. хеҙмәтләндереү б‑са тикшеренеүҙәр, проектлау эштәре үткәрелә, Р. һәм резервуарҙар паркын техник эксплуатациялау ҡағиҙәләре, нефть Р. парафинлы нефть ултырмаларын йыуҙырыу һәм уларҙың йыйылыуын булдырмау системалары, уларҙы тулыһынса сығарыу, утилләштереү алымдары, нефттең еңел фракцияларын тотҡан ҡулайламалар м‑н промысла резервуар паркын герметизациялау ысулдары һ.б. уйлап табыла. 60‑сы йй. алып “Востокнефтезаводмонтаж”, “Салаватнефтемаш”, “Туймазыхиммаш” ААЙ‑ҙарында, 70‑се йй. аҙ. — “Нефтехиммаш” ААЙ‑нда вертикаль һәм горизонталь Р., ер өҫтө һәм ер аҫты, бер һәм ике стеналы һ.б. Р. сығарыла. Респ. сәнәғәт пр‑тиеларында күләме 20 мең м3 тиклем булған вертикаль Р., 100 мең м3 тиклем — горизонталь Р., 2 мең м3 тиклем — шар һымаҡ Р. төҙөлгән һәм ҡулланыла.

А.Жданов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.