РАХМАНОВИЧ Анисим Наумович (8.8.1905, Елизаветград ҡ. — 10.3. 1985, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1948), проф. (1950). М.В.Ломоносов ис. Мәскәү механика ин‑тын тамамлаған (1930). 1933— 49 йй. Мәскәүҙә эшләй (өҙөклөктәр м‑н): П.И.Баранов ис. Үҙәк авиация моторҙары эшләү ин‑ты конструкторы, 1945 й. алып 300‑сө завод КБ‑ның конструкторҙар бригадаһы нач., бер үк ваҡытта 1934—41 йй. һәм 1945 й. башлап Мәскәү авиация ин‑тында уҡыта. 1941—43 йй. Куйбышев ҡ.: М.В.Фрунзе ис. авиация з‑дындағы айырым КБ‑ның конструкторҙар төркөмө етәксеһе, бер үк ваҡытта 1943 й. алып Куйбышев авиация ин‑тында уҡыта. 1949—83 йй. ӨАИ‑ла (1958—63 йй. авиация двигателдәре теорияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге авиация двигателдәре һәм турбомашиналар теорияһының ғәмәли мәсьәләләренә арналған. Р. етәкс. реактив двигателдәрҙең газодинамикаһы б‑са эксперименталь тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 30‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018