РАМАҘАНОВ Марат Дауыт улы (28.4.1939, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). МДУ‑ны тамамлаған (1961). 1965 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Математика ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй, бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында уҡыта. 1971—2013 йй. БДУ‑ла (1990 й. тиклем дифференциаль тигеҙләмәләр каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1988— 2013 йй. ӨДАТУ‑ла һәм БДПУ‑ла, 1988 й. алып Математика ин‑тында (бүлек мөдире, 2007 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р). Фәнни эшмәкәрлеге математик физикаға, функциональ анализға, ысын үҙгәреүсәнле функциялар теорияһына, һанса ысулдарына арналған. Р. тарафынан теүәл индереп һалыу теоремалары эсендәге дауам иттереүҙең дөйөм операторы формулаһы алына, күп үҙгәреүсәнле функциялар интегралдарын яҡынса иҫәпләү алгоритмдары һәм программалары эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Универсальная оптимальность решётчатых кубатурных формул //Доклады Российской академии наук. 1992. Т.324. №5; Теоремы вложения и многомерные сплайны // Там же. 2007. Т.413. №2.

Й.Ш.Ильясов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018