РАМАҘАНОВ Айрат Шәйхулла улы (24.2.1953, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡырла а.), физик, геофизик. Техник ф. д‑ры (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙәге термогидродинамик процестарҙы тикшереүгә, матем. модель әҙерләүгә һәм геофизик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен автоматлаштырып эшкәртеүгә арналған. Р. тарафынан нефть ҡатламдарын термогидродинамик тикшереү ысулының теоретик нигеҙҙәре эшләнә. Р. етәкс. нефть һәм газ ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һөҙөмтәләрен автоматлаштырылған ысул м‑н эшкәртеү һәм интерпретациялау өсөн “Гидрозонд” системаһы эшләнә, ул РФ‑тың һәм Ҡаҙағстандың геофизика пр‑тиеларында ҡулланыла. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Уфа, 1992 (авторҙ.); Термометрия пластов с многофазными потоками. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.