РАДИОЭЛЕМТӘ, радиотулҡындар (30 кГц—300 ГГц) ярҙамында булдырылған электр элемтәһе. Радиосигналдар (йөрөткән йышлыҡтың амплитудаһы, йышлығы йәки фазаһы б‑са бирелгән мәғлүмәткә ярашлы итеп модуляцияланған электромагнит тирбәлеүҙәре) тапшырыу антеннаһы тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә таратыла, ҡабул итеү антеннаһына барып етә һәм радиоалғысҡа килә. Тәғәйенләнеше б‑са граждан (таксиҙың диспетчер хеҙмәте, алыҫ юлға йөрөгән водителдәр һ.б. ҡуллана), һәүәҫкәр (радиоһәүәҫкәрҙәр) һәм проф. (ш. иҫ. транкинг радиоэлемтә, ведомство һәм ойошмалар эш мәғлүмәтен тапшырыу өсөн, энергетика, газ, йылылыҡ, һыу үткәргес, канализация селтәрҙәренең авария‑ремонт бригадалары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, Эске эштәр министрлығының, Бәйләнеш юлдары министрлығының оператив хеҙмәттәре, банкыларҙы инкассациялау, ашығыс ярҙам) Р. бүленә. Һәр радиохеҙмәттең диапазоны йәки билдәләнгән йышлығы була. Р. телефон хәбәрҙәрен, телеграмма, цифрлы мәғлүмәт, факсимиле, радиотапшырыуҙар һәм телевидение программаларын тапшырыу өсөн, кәрәҙле элемтәлә, спутник элемтәһендә файҙаланыла. Башҡортостанда Р. тәүге тапҡыр 1919 й. Өфөлә Почта һәм телеграфтар ХК‑ның тапшырыу‑ҡабул итеү станцияһында ҡулланыла. 1925 й. Кушнаренко р‑нының Топорнин а. тәүге радиоалғыс урынлаштырыла, радиоһәүәҫкәрҙәр түңәрәге асыла. 1926 й. респ. 26 һәүәҫкәр радиостанцияһы эшләй, уларҙың 19 — Өфөлә. 1927 й. респ. тәүге радиокүргәҙмә ойошторола, унда Е.Н. Грибанов яһаған ҡыҫҡа тулҡынлы радиостанция күрһәтелә (респ. айырым райондары м‑н оператив элемтә өсөн тәғәйенләнгән). 60‑сы йй. “Промсвязь” з‑дында ПК‑1, ПК‑2 тапшырғыстары, тауыш көсәйткес‑турайтҡыстары һәм манипуляторҙар; 60 — 70‑се йй. — УПТВТ‑200 өс программалы тапшырыу көсәйткестәре эшләнә һәм уларҙы етештереү үҙләштерелә. 80‑се йй. алып “Магнетрон” з‑дында Р. аппараттары ионлы‑плазмалы өрҙөрөү һәм өҫтә монтажлау ысулдары ҡулланып йыйыла. ӨДАТУ‑ла “Радиоэлемтә, радиотапшырыуҙар һәм телевидение” һәм “Хәрәкәт итеүсе объекттар менән элемтә саралары” һөнәрҙәре б‑са уҡытыу алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Радиорелелы элемтә.

А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018