РАДИОЭЛЕКТРОНИКА, радиотехник системаларҙың төп элементтары булған төрлө электрон приборҙарҙың төҙөлөшөн, эшләү һәм ҡулланылыу принциптарын өйрәнә. Төп бүлектәре: электровакуум техникаһы, ярымүткәргестәр электроникаһы, оптоэлектроника, микроэлектроника һ.б. Башҡортостанда Р. 20 б. 60‑сы йй. үҫеш ала. Респ. пр‑тиеларында халыҡ-ара йыһан станцияһы өсөн электрон изделиелар, электр энергияһының статик счётчиктары, аэропорттарҙағы радиоэлектроника техникаһын тикшереү өсөн НАКС‑2000 тибындағы ер өҫтө автоматлаштырылған контроль системаһы һ.б. (Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе); осоу аппараттары двигателдәре, яғыулыҡ‑энергетика комплекстары өсөн электр ҡабыҙыу системалары һәм электронлы автоматлаштырылған идара итеү һәм контролдә тотоу системалары; ер аҫты ҡоролмалары һәм магистраль газ торбаларының металл конструкцияларын коррозиянан һаҡлаған катод станциялары өсөн электрон модулдәр (“Молния”); АТС‑тар һәм телефон элемтәһе аппараттары (“БЭТО” ААЙ‑нда эшләнә һәм етештерелә); элемтә аппараттары, ш. иҫ. бәләкәй АТС‑тар, коммутаторҙар, телмәрҙе һәм мәғлүмәтте беренсел үҙгәртеү ҡоролмалары; бер һәм күп ҡатламлы (11‑гә тиклем) баҫма платалар һ.б. (Башҡ‑н “Прогресс” ПБ) сығарыла. ӨДАТУ‑ла электр сигналдарының магнит‑электронлы компоненттары һәм үҙгәрткестәре теорияһы (В.Г.Гусев), уның нигеҙендә сифат һәм индукция ҡиммәттәре юғары булған индуктив катушкалары эшләнә, әйләнеп торған объекттарҙың параметрҙары т‑да мәғлүмәт алыу өсөн яҡын телеметрия ҡоролмаларын төҙөү теорияһы үҫтерелә; йөкләмә ҡаршылығы дәүмәле ирекле булғанда хәҙ. момент ҡеүәтен бүлеү генераторҙары, үлсәү приборҙары һәм терапевтик ҡулайламалар; биол. туҡымаларҙың электр үҙенсәлектәре т‑да тулы мәғлүмәт алыу ысулдары эшләнә һәм тейешле тәғәйенештәге үлсәү системаларын төҙөү концепцияһы тәҡдим ителә; прецизион көсөргәнеш һәм ток трансформаторҙары; деталдәрҙе гальваник юл м‑н эшкәрткәндәге технологик процестарҙың электр параметрҙары м‑н идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, яҡын аралағы тәьҫирҙең юғары т‑рала эшләгән радиотелеметрия системалары эшләнә (улар СССР‑ҙа тәүге тапҡыр күп валлы газ турбиналы двигателдәрҙең роторҙары тензометрияһын үткәрергә мөмкинлек бирә); операторҙың психофизиологик хәлен тире ҡатламының электр параметрҙары б‑са диагностика үткәреү өсөн приборҙар һ.б. эшләнә. БДУ‑ла электронлы наноматериалдарҙың һәм наноэлектроника материалдарының электрон үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн ялан спектрометры эшләнә (Р.З.Бәхтизин, Ю.М.Йомағужин). Шулай уҡ ҡара: Радиотехника.

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018