РАДИОФИЗИКА, физиканың радиотехник системалар эшләүенең физик нигеҙҙәрен өйрәнгән бүлеге. Р. тикшеренеү өлкәләре: электр сигналдарын генерациялау һәм үҙгәртеү; электромагнит тулҡындарҙың сәселеү, ҡабул итеү, таралыуын һәм характеристикаларын үлсәү; радиотехник системаларҙағы, электронлы приборҙарҙағы сигнал һәм ҡамасаулыҡтар характеристикаларын тасуирлау, иҫәпләү һәм үлсәү; электр тирбәлеүҙәрен акустик тирбәлеүҙәргә һәм киреһенсә үҙгәртеү, акустик тирбәлеүҙәрҙе һәм тулҡындарҙы генерациялау; материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, микроэлектроника, наноэлектроника, нанофизика һ.б. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып БДУ‑ла статистик Р. (физик системаларҙағы флуктуацияларҙың характеристикаларын компьютерҙа анализлау, субмикрон электроникаһындағы флуктуация процестарының моделдәрен әҙерләү һ.б.; С.С.Гоц); сканирлаған зонд микроскопияһы һәм нанофизика (ҡаты есемдәрҙең реконструкцияланған атомар- таҙа йөҙҙәренең структураһын үлсәү; Р.З.Бәхтизин); квант Р. (параметрҙары идара ителгән квант генераторҙарын төҙөү; А.Ғ.Аҡманов, куб ярымүткәргестәрендәге инфраҡыҙыл лазер нурланышының һыҙыҡлы булмаған йотолоуын тикшереү, ярымүткәргестәрҙәге яҡтылыҡ йотолоу процестарының компьютер моделдәрен әҙерләү; Б.Ғ.Шакиров); мәғлүмәт‑үлсәү техникаһы (цифрлы‑аналог фаза әйләндергестәренең, фаза калибраторҙарының, фазалар күсеүе эталондарының, функциональ аналог‑цифрлы үҙгәрткестәренең һәм генераторҙарының метрологик характеристикаларын камиллаштырыу; В.М. Сапельников); электронлы микроскопия һәм микроанализ (йөҙө модификацияланған материалдарҙың эмиссия характеристикаларын тикшереү, металдарҙағы һәм ярымүткәргестәрҙәге ялан эмиссияһы ваҡытындағы электрондар ағымының энергияһын анализлау, фазалар араһы сигенең бирелгән физик‑химик үҙсәнлектәре булған гетероген структуралар алыу технологияларын эшләү; Ю.М.Йомағужин); электр ҡырҙарының характеристикалары (электростатик ҡырҙар һәм зарядтары өсөн үлсәгестәр, статистик электрҙы нейтралләштергестәр, көнкүрештә һәм производствола электромагнит ҡырҙарының кимәлен контролдә тотор өсөн портатив приборҙар эшләү; Гоц, Б.К.Сушко) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Радиоэлектроника.

С.С.Гоц

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.