АСТРОНОМИЯ (гр. ástron — йондоҙ һәм nómos — закон), күк есемдәренең һәм Ғаләмдең төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Ғәмәли А., күк механикаһына һәм астрофизикаға бүлеп йөрөтөлә. Ғәмәли А. мәғлүмәттәре календарҙар төҙөгәндә, ваҡыт хеҙмәтендә, навигацияла һ.б. ҡулланыла. Күк механикаһы тәбиғи һәм яһалма йыһан есемдәре хәрәкәтенең траекторияларын иҫәпләп сығара. Астрофизика йыһан объекттарының үҙенсәлектәрен һәм Ғаләмде физика алымдары м‑н өйрәнә. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. Физика институтында К.П.Краузе етәкс. төрлө астрономик ҡоралдарҙың конструкцияһы төҙөлә, Ҡояш тажын һәм Ҡояш тотолоуҙы күҙәтеү үткәрелә. 60‑сы йй. Башҡорт дәүләт университеты (етәкс. В.С.Сөләймәнов) һәм Бөрө пед. ин‑ты эргәһендә юлдаштарҙы күҙәтеү станциялары, ш. уҡ БДУ, Өфө Пионерҙар һарайы эргәһендә астрономик объекттарҙы күҙәтеү башнялары була. 1964—88 йй. “Йәшлек” обсерваторияһы (Өфө) эшләй. 1989 й. тиклем СССР ФА эргәһендәге Бөтә Союз астрономия-геодезия йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе эшләй, уның маҡсаты астрономик белем таратыу, көмөш болоттарҙы, Ерҙең яһалма юлдаштарын, метеорҙарҙы һ.б. күҙәтеү була. 90‑сы йй. респ. астрофизика өлкәһендә алып барылған тикшеренеүҙәр галактиканан тыш А. һәм йондоҙҙар атмосфераһы теорияһы м‑н бәйле (У.Ш.Баязитов, О.В.Миколайчук). А. фән булараҡ юғары һәм урта уҡыу йорттарында өйрәнелә. Астрономик белемде пропагандалау м‑н Өфө планетарийы шөғөлләнә.

Әҙәб.: Баязитов У.Ш. О перспективах развития астрофизики в Республике Башкортостан //Физика в Башкортостане. Уфа, 1996; Bayazitov U.Sh., Sagidullin I.Kh. Source functions and profiles of λλ4571, 5173 MgI lines in chromosphere models of quiet Sun, Solar flares and T tauri stars //Astronomical and Astrophysical Transactions. 1997. Vol.14.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов