РАДИОСПОРТ, ҡыҫҡа һәм ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа радиоэлемтә булдырыу, спорт радиопеленгацияһы (“төлкөгә һунар”), тиҙләтелгән радиотелеграфтар һәм радиокүпбәйге б‑са ярыштар. Тура һәм ситтән тороп ҡатнашыу формаларын айыралар. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1924 й. Е.Н.Грибанов, К.П.Краузе етәкс. Физика институты эргәһендә Р. секцияһы ойошторола. 1946 й. Өфө техник мәктәбе эргәһендә Р. бүлексәһе асыла. 1963 й. респ. — СССР чемпионаты, 1972 й. Бөтә Рәсәй студенттар ярыштары үткәрелә. РОСТО радиоклубы командаһы (Салауат ҡ.) — Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2005— 07). Респ. Р. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры Ю.П.Катков (1963). В.Г.Вишкин, В.В.Давыдов, А.Г.Корпачёв, ш. уҡ донъя, Европа һәм Азия чемп. Г.В.Нехорошев халыҡ‑ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Респ. ӨДАТУ эргәһендә спорт‑техник клуб, Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге, “Юлдаш” (Өфө) балалар ижады йорто эргәһендә “Урал” спорт- техник клубы, РОСТО радиоклубы эшләй, уларҙа 200‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). 2004 й. башлап БР б‑са Рәсәй радио яратыусылар союзының төбәк бүлексәһе эшләй.

Г.Корпачёв, Е.А.Кривошеев

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.