РАДИОАЛҒЫС, радиосигналды (артабан — сигналды) ҡабул итеү, көсәйтеү һәм ундағы мәғлүмәтте файҙаланыуы уңайлы булған төргә әйләндереү өсөн ҡоролма. Юғары йышлыҡ трактынан (бирелгән йышлыҡтағы сигналды айыра һәм көсәйтә), детекторҙан (түбән йышлыҡтағы сигналды формалаштыра), түбән йышлыҡ көсәйткесенән, электр энергияһы сығанағынан тора. Тәғәйенләнеше б‑са проф. (радиоэлемтә, радиолокация, радионавигация һ.б.) һәм көнкүреш (радиотапшырыу сигналдарын ҡабул итеү өсөн); эшләү принцибы б‑са — тура көсәйтеүсе, супергетеродинлы һәм детекторлы Р. айырыла. 20 б. 80‑се йй. В.К. Макаров етәкс. Өфө коммутация аппаратураһы__з‑дында, А.С.Попов ис. Радиотапшырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм акустика б‑са Бөтә Союз ҒТИ‑нда (Ленинград) “Темп” ғилми‑тикшеренеү технология ин‑ты (Одесса ҡ.) м‑н берлектә уйлап табылған Р. тәжрибә өлгөһө эшләнгән һәм радиостанцияларҙың оҙон, урта, ҡыҫҡа (һуңғыһы икегә бүленгән) тулҡынлы һәм ультраҡыҫҡа тулҡынлы диапазондарындағы тапшырыуҙарын ҡабул итеү өсөн бөтә тулҡындарҙа эшләй торған II класс “Өфө‑201” Р. сериялы етештерелә, уның ультраҡыҫҡа тулҡынлы диапазонында өс һәм урта тулҡынлы диапазонында бер станцияға алдан көйләп теркәү, бөтә диапазондарҙа электрон көйләүе, станцияға көйләү аныҡлығын светодиод м‑н күрһәтеү һ.б. ҡаралған була. Р. конструкцияһында СССР‑ҙа тәүге тапҡыр ҡалын плёнкалағы гибрид интеграль схемаларҙы ҡулланыу, уның ышаныслы эшләүен тәьмин итеү, ауырлығын һәм тышҡы үлсәмдәрен кәметеү мөмкинлеген бирә. Шул уҡ ойошмалар һәм “Радиотехника” ПБ (Рига) м‑н берлектә з‑дта станцияларҙы алдан теркәү ҡаралмаған, ҡыҫҡа тулҡындарҙың дүрт бәләкәй диапазоны (поддиапазоны) һәм тышҡы антеннаны тоташтырыу, ергә тоташтырыу, баш телефондарын, тышҡы электр энергияһы сығанағын тоташтырыу өсөн оялары булған “Меркурий‑210” һәм “Меркурий‑210/2” Р. әҙерләнгән һәм эшләнгән (1992 й. тиклем).

Ә.М.Мөфтәхов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.