РАДИОАКТИВЛЫҠ, тотороҡһоҙ (радиоактив) атом ядроларының үҙенән‑үҙе радиоактив нурланыш һәм элементар өлөшсә йәки ядролар сығарып икенсе ядроларға әүерелеү һәләте. Р. тәбиғи һәм яһалма (ш. иҫ. техноген) булғандарға бүленә. α‑, β‑тарҡалышы, γ‑нурланышы, нейтрон һәм β‑нурланышы, ауыр ядроларҙың үҙенән‑үҙе бүленеүе һ.б. айырыла. Р. күренеше фәндә, техникала, медицинала һәм сәнәғәттә ҡулланыла. 1924 й. Башҡортостанда Е.Н.Грибанов тарафынан тупраҡты, һыуҙы һәм һауаны Р. тәүге тикшереүҙәр үткәрелә. Респ. радиоактив ысулдарҙы скважиналарҙа ҡатламдарҙың нефть, газ һәм һыу м‑н туйынған булыуын тикшереү, радиоактив минералдарҙың сәнәғәт тупланмаларын табыу һәм тикшереү, нефть һәм газ ятҡылыҡтарының һыуланыуын (айырыуса нефть ятҡылыҡтарының продуктив объекттарына икенсел йоғонто яһау шарттарында) контролдә тотоу өсөн ҡулланыла. 1953 й. Туймазы нефть ятҡылығында нефтле ҡатламдарҙы һыулы ҡатламдарҙан айырыр өсөн скважиналарҙы төрлө нейтронлы ысулдар м‑н тикшереү үткәрелә, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙе системалы рәүештә контролдә тотоуҙың нигеҙҙәре һалына (Д.Ф.Беспалов, Т.М.Золоев, Н.К.Кухаренко, Л.А.Пелевин һ.б.). 60—80‑се йй. гамма‑гамма‑каротаж ысулы м‑н Ишембай һәм Туймазы нефть ятҡылыҡтарының скважиналары тикшерелә, тау тоҡомдарының күләм б‑са тығыҙлығын баһалау, нығытылған скважиналарҙың техник торошон һәм цементлау сифатын контролдә тотоу аппараттары һәм методикаһы эшләнә (Ф.Ғ. Байымбәтов, Д.А.Бернштейн, Ю.А. Гулин, И.Г.Дядькин, Е.В.Семёнов). Респ. радиоактив матдәләр 50‑нән ашыу сәнәғәт пр‑тиеларында, ш. иҫ. “Башнефтегеофизика”, “ВНИИГИС”, “Геофизика” пр‑тиеларында, ҡорамалдар һәм технологиялар эшләгәндә; медицина учреждениеларында — дауалағанда һәм диагностикалағанда (ҡара: Медицина рентгенологияһы һәм радиологияһы) ҡулланыла. Экология, технология һәм атом күҙәтеүе б‑са Федераль хеҙмәттең БР‑ҙағы инспекция бүлеге эшләй. Шулай уҡ ҡара: Изотоптар, Радиоактив элементтар, Биосфераның радиоактив бысраныуы, Радиохимия.
Т.М.Звонарёва
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018