РАДИО, 1) мәғлүмәтте радио тулҡындары ярҙамында тапшырыу алымы; 2) ошо алым һәм уны ғәмәлдә ҡулланыуҙың нигеҙендә ятҡан физик күренештәрҙе өйрәнгән фән һәм техника өлкәһе (ҡара: Радиотехника, Радиофизика); 3) радио тапшырыу. Сымлы һәм сымһыҙ Р. айырыла. Мәғлүмәт__тапшырыусыларҙың радиотапшырғыстары, тапшыра торған радиоүҙәктәр, ш. уҡ спутник ретрансляторы, кабель телевидениеһы системаһы һәм сымлы радиотрансляция селтәре аша шәхси йәки коллектив файҙаланыу радиоалғыстарына килә. 1927 й. Өфөлә радио ҡабул итеү пункты һәм тәүге дәүләт радиостанцияһы файҙаланыуға индерелә. 1931 й. Красноусол ҡасабаһында респ. тәүге сымлы радиотрансляция узелы, 1934 й. Өфөлә — тапшырыуҙарҙы даими рәүештә ҡабул итеү һәм трансляциялау радиостанцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 1941 й. Өфөгә Коминтерн ис. радиостанция эвакуациялана, ул 1942 й. июненән Союз тапшырыуҙары режимында эшләй. 40‑сы йй. “Промсвязь” з‑дында “Рекорд” репродукторы сығарыла, ауылдарҙы радиофикациялау өсөн дистанцион энергия сығанаҡтары булған ретрансляция узелдары, тапшырыуҙар алып барыусы радиоүҙәктәр өсөн аппараттар етештерелә. 1968 й. Бөтә Союз Р. икенсе программаһын трансляциялау өсөн тапшырғыстар файҙаланыуға индерелә, ультраҡыҫҡа тулҡын диапазонында (66—74 МГц) радиотапшырыуҙар башлана. 1999 й. башлап Өфөлә радиотапшырыуҙар өсөн Европа стандарты — FM диапазоны (88—108 МГц) файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Спутник телевидениеһы.

В.И.Токтаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.