ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ, атыуҙың бер спорт төрө, ата торған һәм пневматик ҡоралдан сәпкә атыу. Башҡортостанда П.м.а. 20 б. 20‑се йй. аҙ. Башосоавиахим (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) эргәһендә үҫешә. 1931 й. П.м.а. “СССР‑ға хеҙмәт итергә һәм яҡларға әҙер” күпбәйге комплексына индерелә. Түшкә таға торған “Ворошилов уҡсыһы” (1931) һәм “Йәш ворошилов уҡсыһы”(1934) билдәләре булдырылғас, П.м.а. киң таралған спорт төрөнә әйләнә. 1935 й. “Динамо” стадионы эргәһендә респ. тәүге атыу тиры төҙөлә. 60‑сы йй. башында ДОСААФ‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендә респ. РОСТО спорт‑атыу клубы,1974 й. П.м.а. б‑са балалар һәм үҫмерҙәр спорт‑техник мәктәбе һәм “Тыуыш” атыу үҙәге асыла. Респ. РСФСР беренселектәре (1982—84), РСФСР ДОСААФ‑ы чемпионаты (1975), 1999 й. алып А.П.Банников иҫтәлегенәйыл һайын респ. ярыштары үткәрелә. Халыҡ‑ара ярыштарҙа С.В.Гулак, Ю.Р.Ҡорбанғәлиева, В.И.Слинин, И.А.Соколов, Р.В.Сөләймәнов А.Р.Әхмәтов юғары ҡаҙаныштарға ирешә, ш. уҡ З.Н.Миңлеғәлиева — Европа чемп. һәм донъя рекордсыһы (1978). Респ. спорт мәктәптәрендә П.м.а. б‑са 4 бүлексә, Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында һәм ӨДНТУ‑ла секциялар эшләй, унда 300‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). 1998 й. башлап БР П.м.а. федерацияһы эшләй.

В.М.Новцев

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика