ПРУЦКИХ Игорь Валерьевич (19.5. 1972, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1996). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (Көньяк Африка Респ., 1994), Рәсәй (1992—96) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре (1992) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (1992, 1994—95), СССР халыҡтары спартакиадаһының (1991) һәм тректа Рәсәй чемпионатының (1994) бронза призёры, күп тапҡыр халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында Европа (1989) һәм СССР (1989—91) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында СССР чемп. (1988). СССР (1988 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—96) йыйылма командалары ағзаһы. 1998— 2005 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта, 2008 й. ӨМЭПБ‑ның “Звёздный” физкультура‑һауыҡтырыу комплексының спорт бүлеге начальнигы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика