АТЫУ ТИРҘАРЫ, персональ атыу ҡоралынан һәм пневматик ҡоралдан сәпкә маҡсатлы һәм өйрәнеү өсөн атыуға ҡулайлаштырылған ҡоролмалар. А.т. атыу ҡоралдары өсөн рикошет каналы һәм сәп һыҙығы артында пуля йыйғыс була. Автоматик, эре калибрлы йәки һынау атыу ҡоралдарынан атыу өсөн стрельбищелар (полигондар) файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге ҙур А.т. 1935 й. Өфөлә “Динамо” стадионы эргәһендә төҙөлә. БР‑ҙа 627 А.т. һәм 12 стрельбище эшләй (2008). Шулай уҡ ҡара: “Тыуыш”.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина