ПРОФСОЮЗДАР СПОРТ ЙӘМҒИӘТЕ, йәмәғәт ойошмаһы. 1987 й. “Буревестник”, “Водник”, “Зенит”, “Локомотив”, “Спартак”, “Хеҙмәт”, “Уңыш” ДСО‑лары нигеҙендә Бөтә Союз профзоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н өлкә советы булараҡ төҙөлә, 1991 й. алып БР‑ҙың П.с.й. Республиканыœ 1034 физик культура коллективын берләштерә (500 меңдән ашыу кеше; 2015). 550‑гә яҡын спорт мастеры, 60‑тан ашыу халыҡ‑ара класлы спорт мастеры һәм 22 СССР‑ҙың һәм Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры әҙерләнгән. Улар араһында Д.В.Васильев, И.И.Вилков, С.А.Гладышева, В.И.Ильин, А.В. Колобнев, Е.В.Королёва, Г.А. Куклева, Е.А.Мильшина, П.И.Муслимов, А.В.Падин, Е.В.Петров, А.Н. Попов, Т.М.Танһыҡҡужина, К.Н. Фомичёв, К.С.Чистяков һ.б. бар. Йәмғиәт м‑н тренерҙар М.С.Алсынбаев, А.М. Ҡурамшин, Р.Н.Латипов, Н.А.Попов, Н.А.Попова, Л.П.Финк, Ю.В. Черток, П.К.Ямалиев эшмәкәрлеге бәйле. Халыҡ‑ара олимпия ком‑ты диломы м‑н бүләкләнгән (2001).

Ю.М.Вәлиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика