“ПРОМЕТЕЙ”, ӨДНТУ‑ның волейбол б‑са ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы. 1965 й. ӨНИ‑лә “Буревестник” булараҡ асыла, 1989 й. алып “Реактив”, 1991 й. — “Буревестник”, 1994 й. — “Уфимка”, 1996 й. — “П.”, 2009 й. алып “Уфимочка”. 1979 й. алып команда — РСФСР, 1990 й. — СССР, 1992 й. — Рәсәй беренселектәренең беренсе лигаһында, 1994 й. башлап Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында (2012—14 йй. суперлигала) сығыш яһай. Команда — “А” юғары лигаһында Рәсәй чемпионатының еңеүсеһе (2012) һәм бронза призёры (2001—03, 2011), “Буревестник” ДСО‑һының Үҙәк (1991—93) һәм Рәсәй (1989, 1991) советтары чемп., Болгарияла үткән халыҡ‑ара турнирҙың (Пловдив ҡ., 1991) бронза призёры. Команда тәрбиәләнеүсеһе Л.Б.Ермолаева СССР‑ҙың студенттар йыйылма командаһы составында Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры була. “П.” СССР һәм Рәсәйҙең 15‑тән ашыу спорт мастеры әҙерләнгән. Команда м‑н тренерҙар Ю.Б.Булычёв, В.Н.Грезев, Е.В. Ғәйнуллина, Н.Н.Долгодворов, В.А. Ильинский, О.А.Лосева, М.И.Лысенко, А.А.Подкопаев эшмәкәрлеге бәйле.

С.Ю.Никитина

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика