CМЫСЛОВ Анатолий Михайлович (28.1.1950, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Көҙәй ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (2003— 13 йй. машиналар эшләү технологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге файҙаланыу шарттары (йөкләмә, т‑ра, мөхит, ваҡыт) йоғонтоһон иҫәпкә алып, конструкция материалдарынан яһалған деталдәрҙең өҫкө йөҙ ҡатламын булдырыу проблемаларына арналған. С. тарафынан газ турбиналы двигателдәрҙең титандан һәм никель иретмәләренән яһалған көрәксәләренең өҫкө йөҙөн формалаштырыу механизмдары асылған, деталдәрҙең өҫкө йөҙөнөң физик‑химик хәленә һәм эксплуатацияланыу үҙенсәлектәренә ион һәм плазма шәлкемдәренең йоғонтоһо өйрәнелгән. С. ҡатнашлығында газ турбиналы двигателдәр һәм энергетика ҡулайламалары өсөн деталдәрҙе ионлы һәм плазмалы модификациялау технологиялары һәм ҡорамалы эшләнә. Асыштары БР, РФ, БДБ илдәре һәм сит илдәрҙең пр‑тиеларына индерелгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Модифицирование поверхностей деталей ГТД по условиям эксплуатации. М., 1995 (авторҙ.); Повышение долговечности деталей машин в условиях фреттинга. Уфа, 2005 (авторҙ.); Технологии лазерной обработки конструкционных и инструментальных материалов в авиадвигателестроении. М., 2007 (авторҙ.).

В.С.Мухин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика