СИЛӘБЕ ҠӘЛҒӘҺЕ, Силәбе, 1736 й. Мейәс й. уң ярында Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалына. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) ваҡытында Ҡара-Табын улусы башҡорттарының үтенесе һәм уларҙың ҡатнашлығы м‑н Урта йөҙ ҡаҙаҡтарының барымталарынан һаҡланыу өсөн төҙөлә. С.ҡ. төҙөлөшөнә дөйөм етәкселек И.К.Кирилов һәм В.Н.Татищев тарафынан алып барыла; 1736 й. 2 сент. ҡәлғәгә нигеҙ һалыуҙа А.И.Тәвкилев, Себер даруғаһының башҡ. бейҙәре һәм тархандары Таймаҫ Шәимов, Көҫәмеш, Ҡотоҡай, Уразай ҡатнаша. 1743 й. алып Исәт провинцияһыныңадм. үҙәге. Башҡорттарҙың Силәбе торамаһы исеме м‑н аталған. 1739 й. С.ҡ. ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр килеп ултырған. 1740—42 йй. — 388, 1771 й. 4775 кеше йәшәгән. Ҡәлғәне гарнизон һаҡлаған, ихтыяж тыуғанда казак һәм башҡорттарҙан торған иррегуляр ғәскәрҙәр йәлеп ителгән. 1768 й. — 562, 1771 й. 680 йорт иҫәпләнгән. Башҡорт ихтилалдары (1735—40) осоронда хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланған урын була, 1738 й. апр.—майында баш күтәреүселәр тарафынан һөжүм ителә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытындаИ.Н.Грязнов етәкс. баш күтәреүселәр отряды тарафынан ҡамала, бер нисә тапҡыр штурмлана. 1774 й. 8 февр. — апр. башында баш күтәреүселәр хәрәкәте үҙәктәренең береһе була. 9 апр. ҡәлғәне секунд-майор Д.О.Гагрин етәкс. ғәскәрҙәр баҫып ала. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы 1781 й. указға ярашлы С.ҡ. өйәҙ ҡалаһы (ҡара: Силәбе) статусы ала һәм Силәбе өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Р.Ғ.Буканова

Тәжр. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика