СЫРТЛАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ишбулды С. (1757—1833), указлы мулла. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Шиһабетдин С. (1793—1813), поход яҫауылы. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы; Шаһиәхмәт С. (1797—?), зауряд-яҫауыл (1815). 1814 й. алып 12‑се башҡ. кантонында хеҙмәт итә. 1816 й., 1833 й. поход яҫауылы, 1818—26 йй. йорт старшинаһы; Шаһимәрҙән С. (1803—?), 1816 й. старшина ярҙамсыһы, 1834 й. указлы мулла; Шаһигардан С. (1804—?), ғәскәри старшина. 1821 й. башлап  12‑се башҡ. кантонында хеҙмәт итә. 1833 й. алып 12‑се башҡ. кантоны башлығыярҙамсыһы, 1834 й. —башлығы,1856 й. — 21‑се башҡ. кантоны башлығы. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Бәләбәй өйәҙендә 2 тирмәне һәм йылҡы заводы була. Ғимаҙетдин С. (1805—?), указлы мәзин; Мифтахетдин С. (1807—?), урядник (1829). 1823 й. башлап 12‑се башҡ. кантонында, 1831 й. Ырымбур ҡ. хеҙмәт итә; Ғәбделваһап С. (1816—?), урядник; Шиһабетдин С. (1818—?), урядник. Шаһиәхмәт С. улдарынан иң билдәлеһе Сиражетдин С. (1818—58), зауряд-хорунжий. Шаһимәрҙән С. улдарынан иң билдәлеһе Имаметдин С. (1824—?), указлы мулла. Шаһигардан С. иң билдәле улдары: Арыҫланбәк С. (1830—?), зауряд-сотник (1857). 1848 й. алып 13‑сө башҡ. кантонында, 1857 й. — 21‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән; Йыһангир С. (1832—?), указлы мулла; Шаһисолтан С. (1834—?), сотник. Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлағандан һуң (1855) 21‑се башҡ. кантонында хеҙмәт итә, 1861 й. башлап 20‑се башҡ. кантоны башлығы. “1853—1856 йй. Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” миҙалы м‑н бүләкләнгән. Атаһы м‑н берлектә Бәләбәй өйәҙендә һыу тирмәне һәм йылҡы заводы хужаһы була; Шаһихәйҙәр С. (ҡара: Ш.Ш.Сыртланов). Шаһихәйҙәр С. иң билдәле улдары: Ғәлиәскәр С. (ҡара: А.Ш.Сыртланов); Йосоп С., 1918 й. Башҡорт ғәскәрендәхеҙмәт итә. С. нәҫеленә ш. уҡ Ампир Шәйбәк улы С. (1936, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Сыртлан а.) инә, техник ф. канд. (1983). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1992), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1992). ӨНИ‑не тамамлаған (1960). 1984—2003 йй. “Башнефть" АНК‑нда: баш инженер, дир. урынбаҫары, ген. директор. БР Дәүләт Йыйылышының (ҡара: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай) 2‑се саҡырылыш депутаты.Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе“ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Шулай уҡ М.И.Сыртланов, Р.С.Сыртланов С. нәҫеленә ҡарай. С. нәҫеле 19 б. 2‑се ярт. Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика