АСТРАХАНЦЕВ Александр Александрович (10.8.1922, Дорогобуж ҡ. — 8.5.1986, Өфө), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1962). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1952; педагогтары А.Д.Гончаров, П.Н.Захаров) 1986 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтендә (ҡара: “Китап”) художество мөхәррире. Китап графикаһы үҫешенә тос өлөш индерә. А. төрлө график техникалар ҡулланып (ҡәләм һүрәте, тушь һәм ҡауырһын, гуашь, акварель, фототехника, ҡатнаш техника), 600‑ҙән ашыу китап биҙәй: “Башҡорт поэзияһы” (1953), “Дан һиңә, Тыуған ил” (“Славься, Отчизна”; 1954), “Һинд әкиәттәре” (1958), “Мордва халыҡ әкиәттәре” (1963), “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” (“Башкирские народные сказки”; 1967), “Башҡорт халыҡ йомаҡтары” (1968) һ.б. Балалар өсөн “Ни өсөн бесәй бәләгә тарыған” (“Почему кошка попала в беду”; 1969), “Йыл биҙәктәре” (“Узоры года”; 1975) һ.б. китаптарҙағы иллюстрациялар авторы. 70‑се йй. плакат өлкәһендә эшләй. 1953 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Главполиграфиздаттың Бөтә Рәсәй китап һәм графика күргәҙмәһе (Мәскәү, 1958), Бөтә Рәсәй китап сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1981) дипломанты.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.С.Балтабаева