СЫРТЛАНОВ Ғәлиәскәр Шаһихәйҙәр улы [1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 7.8.1912, Өфө], Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907–12) депутаты. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. Ш.Ш.Сыртлановтың улы. Неплюев кадет корпусын, Александр хәрби уч‑щеһын (Мәскәү), Хәрби‑юридик акад. (С.‑Петербург, 1903) тамамлаған. Лейб‑гвардия Литва полкында, 1903 й. алып Хәрби министрлыҡтың Баш хәрби‑суд идаралығында (икеһе лә – С.‑Петербург), 1905 й. башлап С.‑Петербург хәрби судында адвокат булып хеҙмәт итә. Рус‑япон һуғышында (1904–05) рус армияһы һәм флотының еңелеүендә ғәйепләнгән вице‑адмирал З.П.Рожественский, адмирал Н.И.Небогатов, ген.‑лейт. А.М.Стесселгә ҡарата алып барылған суд процесында яҡлаусы булып сығыш яһаған. Думала финанс, дәүләт оборонаһы, шәхестең тейелгеһеҙлеге, күскенселәр эштәре б‑са комиссиялар ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. С.‑Петербург мосолман хәйриә йәмғиәте рәйесе (1910–12). Өфө губ. Бәләбәй өйәҙендә 350 дисәтинә ер биләгән.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика