СЫҢҒЫҘХАН НӘҪЕЛЕ, 12—19 бб. хакимдар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Сыңғыҙхан. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Жуси, Чжочи (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сыңғыҙхандың тәрбиәгә алған улы, монголдарҙың меркет ҡәбиләһенән; яҡынса 1187 й. — 1227 й. марты, Дәшти Ҡыпсаҡ), монгол ханы. Жуси нәҫеленә (Алтын Урҙала, һуңыраҡ Ҡазан ханлығында, Себер ханлығында, Әстерхан, Ҡаҙаҡ, Ҡырым ханлыҡтарында һ.б. хакимлыҡ иткәндәр) нигеҙ һалыусы. Ҡытайҙы (1211—15), Урта Азияны (1219—21), Дәшти Ҡыпсаҡтың көнсығыш өлөшөн яулап алыуҙа ҡатнашҡан. 1224 й. Сыңғыҙхан яулап алынған ерҙәрҙе бүлгәндә Иртыш һәм Амударъя йй. алып Урал тауҙарына тиклем биләмәләрҙе (Жуси улусы, һуңыраҡ — Алтын Урҙа) һәм 4 меңлек армия (һуңынан башлыса төрки халыҡтарҙан торған) алған. Ставкаһы Дәшти Ҡыпсаҡтың көнсығышында урынлашҡан. Рәшитетдин мәғлүмәттәренә ярашлы, атаһының Дәшти Ҡыпсаҡты, Урыҫ кенәзлектәрен, башҡ., черкес һ.б. ерҙәрен баҫып алыу т‑дағы әмеренән баш тартҡан. Һунар ваҡытында үлеп ҡалған. Ҡара Кенгир й. (Һарыһыу й. ҡушылдығы) ярында кәшәнәлә ерләнгән; Сығатай, Жағатай (?—1242), монгол ханы. Сығатай нәҫеленә (Мәүереннаһрҙа, Етеһыуҙа һ.б. идара иткәндәр) нигеҙ һалыусы. Ҡытайҙы һәм Хәрәзмде яулап алыуҙа ҡатнашҡан. Ҡытай сигенән алып Амударъя һәм Һырдаръя йй. тиклем ерҙәрҙе (Сығатай улусы) биләгән; Үгедәй (1186 й. окт. — 1241 й. дек.), Монгол империяһының Бөйөк ханы(1229—41). Сыңғыҙхан башлаған Төньяҡ Ҡытай, Азия һәм Көнсығыш Европа биләмәләрен яулап алыуҙы дауам иткән. Ул идара иткән дәүерҙә почта (ям) хеҙмәте ойошторолған, халыҡ иҫәбен алыу үткәрелгән; Толуй, Тоалуй (?—1232), монгол ханы. Толуй нәҫеленә (Ҡытайҙа Юань империяһына хакимлыҡ иткәндәр) нигеҙ һалыусы. 1227—29 йй. Монгол империяһы м‑н идара иткән. Төньяҡ Ҡытайға походта ҡатнашҡан. Жусиҙың улдары: Урҙа, Ичен (1207 — яҡынса 1252), Күк Урҙа хакимы (1227 — яҡынса 1252). Урҙауиҙар нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Көнбайышҡа ойошторолған поход ваҡытында Польша короллеге биләмәләрендә монгол ғәскәренә етәкселек иткән. Себерҙең көньяҡ-көнбайышында һәм Ҡаҙағстандың көнсығышында ерҙәр алған; Батый, Батый нәҫеленә нигеҙ һалған (Алтын Урҙала хакимлыҡ иткәндәр); Шибан, Шейбан,Шибаниҙар нәҫелен нигеҙләгән (Алтын Урҙала, Себер, Бохара, Хиуа ханлыҡтарында һ.б. идара иткәндәр). 1236 й. көҙөндә башҡорттарға һәм Волга буйы болғарҙарына ҡаршы ойошторолған поход ваҡытында 10 меңлек монгол отряды башында барған. 1237 й. алып Ҡырымды, 1238—42 йй. Урыҫ кенәзлектәрен, Венгрияны һ.б. яулап алыуҙа ҡатнашҡан. Составына Урал аръяғы башҡорттары (ҡара: Күсем нәҫеле) ингән Күк Урҙала ер алған; Туҡайтимер, Туҡайтимериҙәр нәҫеленә нигеҙ һалыусы (Алтын Урҙала, Оло Урҙала, Ҡырым, Ҡазан, Ҡаҙаҡ, Әстерхан, Бохара ханлыҡтарында хакимлыҡ иткәндәр). 1236—42 йй. монгол ғәскәрҙәренең яулап алыу походтарында ҡатнашҡан. Манғышлаҡ ярымутрауын һәм Төньяҡ Кавказ биләмәләрен алған. Толуйҙың улы — Һәлагү(1217—65), Иран илханы (1258—65). Һәлагүиҙар нәҫеленә (Иранда хакимлыҡ иткәндәр) нигеҙ һалыусы. 1253—61 йй. Көнбайыш Азияла баҫып алыу һуғыштары алып барған. 1262—63 йй. Алтын Урҙаға ҡаршы һуғышҡан. Иран, Ираҡ, Кавказ аръяғы, Сирия һәм Кесе Азия ингән Һәлагү улусын ойошторған.

Әҙәб.: Валиханов Ч.Ч. Собрание сочинений. В 5 т. Т.1. Алма‑Ата, 1961; Почекаев Р.Ю. Батый. Хан, который не был ханом. М.; СПб., 2006; Султанов Т.И. Чингиз-хан и Чингизиды. Судьба и власть. М., 2006.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика