СЫҢҒЫҘХАН [ысын исеме Тэмуджин, Темучин; 1155 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1162), Онон й. буйындағы Делпун-Болдан төбәге, Монголия — 25.8.1227], монгол ханы. Монгол империяһына нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхан нәҫелен башлап ебәреүсе. 1184 й. монгол ханы Чжамуха м‑н берлектә меркет ҡәбиләһен еңеп сыға. 1189 й. шәхси Сыңғыҙ (төрк. — океан, диңгеҙ) титулы м‑н монгол ханы итеп һайлана. 1204 й. наймандар ҡәбиләһен ҡыйрата. Төньяҡ-көнсығыш Монголия һәм Байкал аръяғы ҡәбиләләре берләшкәндән һуң 1206 й. Бөйөк Ҡоролтайҙа Монгол империяһының Бөйөк ханы тип иғлан ителә. 1207—27 йй. Төньяҡ Ҡытайҙы, Кореяны, Үҙәк һәм Урта Азияның бер өлөшөн, Иран, Афғанстан, Кавказ биләмәләрен баҫып ала. Юлианмәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар монгол ғәскәрҙәре м‑н 14 йыл һуғыш алып барып, С. империяһы составына үҙ дәүләте (башында башҡ. ханы торған) м‑н инә. “Сыңғыҙнамә” әҫәрендә Монгол империяһы составына инеү т‑да һөйләшеүҙәр сағылыш тапҡан, улар һөҙөмтәһендә башҡ. ҡәбиләләре башлыҡтары С. ер биләүгә хоҡуҡты гарантиялаған онгон, оран, тамға, ярлыҡтар алған. Башҡ. шәжәрәләренә ярашлы, С. Көньяҡ Себер далаларында булғанда, башҡорттар уға ҡиммәтле бүләктәр м‑н үҙҙәренең ханы Мөйтән бейҙе ебәргән, бейгә Ағиҙел, Тубыл, Ишем йй. буйҙарын һәм Яйыҡ й. үрге ағымындағы ерҙәрҙе биләргә рөхсәт иткән ярлыҡ бирелгән. С. “Бөрйәндәр хан замандарында”, “Мөйтән” риүәйәттәрендә һ.б. башҡ. фольклоры әҫәрҙәрендә телгә алына, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Сыңғыҙхан күләгәһе” (“Тень Чингисхана”) романы уға арналған.

Әҙәб.: Башкирские народные предания и легенды. Уфа, 2001; Груссе Р. Чингисхан: покоритель Вселенной. М., 2003; Мажитов Н.А., Султанова А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2009.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика