СЫҒАНАҠТАР ӨЙРӘНЕҮ, яҙма тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән махсус тарих фәне. Теоретик (сығанаҡтарҙың барлыҡҡа килеү законлыҡтарын, структураһын, уларҙа тарихи ваҡиғаларҙың сағылышын тикшерә; сығанаҡтарҙы системалаштырыу һәм классификациялау ҡағиҙәләрен билдәләй, өйрәнеү ысулдарын таба) һәм ғәмәли (сығанаҡтарҙы тарихтың айырым тармаҡтары, бүлектәре, осорҙары һәм проблемалары б‑са өйрәнә) төркөмдәргә бүленә. Был фән археография, генеалогия, историография, метрология, палеография, тарих фәненең методологияһы, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫә. Төп бурыстарының береһе: текстың барлыҡҡа килеүен асыҡлау, өйрәнеү, төп нөсхәһе икәнен билдәләү, яҙылыу ваҡытын һәм урынын, ундағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн  асыҡлау, факттарҙы дөйөмләштереү һәм сағыштырыу.

Башҡортостанда тәүге тапҡыр археологик, тарихи һәм этнографик материалдар системалы рәүештә Академик экспедициялар ваҡытында йыйыла. Закон сығарыу акттары, статистик мәғлүмәттәр 19 б. 1‑се ярт. “Оренбургские губернские ведомости” (һуңыраҡ “Уфимские губернские ведомости”), “Справочный листок Белебеевского уездного земства" гәз., ғилми архив комиссияһы хеҙмәттәрендә, төрлө журналдарҙа (“Шура", “Вестник Уфимского земства" һ.б.) һәм йыйынтыҡтарҙа [ш. иҫ. “Адрес китабы” (“Адресная книга”), “Иҫтәлекле китап” (“Памятная книжка”), “Белешмә китабы” (“Справочная книжка”)] баҫыла башлай. 19 б. аҙ. — 20 б. башында тарихи сығанаҡтарҙы асыҡлауға, эшкәртеүгә һәм баҫтырып сығарыуға Ырымбур губерна Статистика комитеты, Губерна земствоһының статистика ком‑ты, губерна статистика ком‑ттары (ҡара: Статистика комитеттары), Өфө губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы (ҡара: Милли музей), Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе (ҡара: Рус география йәмғиәте), земство башҡармалары, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте, Истпарт һ.б. һиҙелерлек өлөш индерә. 18—19 бб. С.ө. фәненең үҫеше М.М.Биксурин, В.В.Вельяминов-Зернов, Р.Г.Игнатьев, С.Б.Күкләшев, В.В.Радлов, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. исеме м‑н бәйле. 20 б. Башҡортостанда был фән үҫешенә Б.Ә.Аҙнабаев, А.И.Аҡманов, Р.Г.Буканова, И.М.Гвоздикова, Н.Ф.Демидова, Н.К.Дмитриев, Р.Ғ.Кузеев, М.М.Ҡолшәрипов, М.И.Роднов, Ю.М.Әбсәләмов, Ә.З.Әсфәндиәров, Б.Х.Юлдашбаев һ.б. тос өлөш индерә. Академүҙәк, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Этнологик тикшеренеүҙәр институты һ.б., Ғилми архив, Йәмәғәт берекмәләрҙең үҙәк архивы, Үҙәк тарих архивы, музейҙар, Фәндәр академияһы, тарихи йәмғиәттәр һ.б. асылыуы ла С.ө. фәненең нығыныуына булышлыҡ итә.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика