СУХТЕЛЕН Павел Петрович (23.8. 1788, С.‑Петербург – 20.3.1833, Ырымбур ҡ.), граф, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Баш штаб эргәһендәге Хәрби акад. почётлы ағзаһы (1832). Ген.‑лейтенант (1826), ген.‑адъютант (1828). 1805 й. рус‑австрий‑француз, 1806–07 йй. рус‑прусс‑француз, 1806–12 йй. рус‑төрөк, 1808–09 йй. рус‑швед, 1812 й. Ватан һуғыштарында, рус армияһының 1813–14 йй. сит илгә походтарында, 1826–28 йй. рус‑фарсы һуғышында ҡатнаша. 1802 й. алып рус армияһында. 1812 й. дипломатия эштәре м‑н Лондонда була. 1813 й. ген. Л.Вальмоден отрядының, кавалериянан ген. П.Х.Витгенштейн корпусының штаб начальнигы. 1826 й. башлап Баш штабтың (С.‑Петербург) ген.‑квартирмейстеры, 1827 й. Айырым Кавказ корпусының штаб начальнигы. 1830 й. алып Ырымбур хәрби губернаторы һәм Ырымбур айырым корпусы командиры. С. ваба эпидемияһына ҡаршы көрәш саралары күрә (1831). Ерҙе файҙаланыуҙы тәртипкә һалыу маҡсатында, Ырымбур сик һыҙығы аръяғындағы Гурьев ҡ. алып Звериноголовск ҡәлғәһенә тиклем терр‑яны 22 участкаға бүлеп, улар м‑н етәкселек итеүҙе урындағы халыҡ араһынан ҡуйылған старшиналарға бирә. Казак ҡасабаларын төҙөү тәртибен билдәләй, архитектура төҙөлөшөнә күҙәтеүҙе көсәйтә. Ырымбур Неплюев хәрби уч‑щеһында (ҡара: Неплюев кадет корпусы) уҡытыу системаһына реформа үткәрә, йәш егеттәрҙе Ырымбур губернаһынан ситтәге уҡыу йорттарына ебәреүгә булышлыҡ итә. Ырымбур һәм Урал ғәскәр канцеляриялары эргәһендә даими хәрби судтар, казак станицалары һәм форпостарында яңы мәктәптәр астыра. 3‑сө (1827) һәм 4‑се (1813) дәрәжә Изге Георгий, 2‑се (1829), 3‑сө (1813), бантлы 4‑се дәрәжә Изге Владимир, Изге Александр Невский (1832), алмаслы 1‑се (1827), 2‑се (1811) дәрәжә Изге Анна орд., алтын ҡорал м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика