СУХОМЛИНОВ Николай Александрович (27.7.1850, Волынск губ. – ?), дәүләт эшмәкәре. Кавалериянан ген.  (1916). Дворяндарҙан. 1877–78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се С.‑Петербург кадет корпусын, Николай кавалерия уч‑щеһын (С.‑Петербург) тамамлаған. 1866–1917 йй. рус армияһында. 1909 й. алып 9‑сы кавалерия див. нач., 1911 й. – Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. Ырымбур казак ғәскәренең статусын нығытҡан (ғәскәрҙең ойошторолоу ваҡыты итеп 1574 й. теркәлә, Ырымбур казагының түшкә таға торған билдºһе раҫлана). Троицк т. юлының Ырымбур–Орск участкаһын төҙөүгә булышлыҡ иткән. Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрәкәттәге армияға Ырымбур казактарын мобилизациялауҙы тәьмин иткән, һуғышҡа алынғандарҙың ғаиләләренә һәм Ырымбур губернаһына килгән ҡасаҡтарға ярҙам ойошторған. 1915 й. башлап Степной ген.‑губернаторлығының ген.‑губернаторы, Омск хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, Себер казак ғәскәренең наказлы атаманы. 1917 й. ҡулға алына, отставкаға сығарыла. 2‑се (1915), 3‑сө (1893), ҡылыслы һәм бантлы 4‑се (1878) дәрәжә Изге Владимир, 1‑се (1912), ҡылыслы һәм бантлы 3‑сө дәрәжә (1878) Изге Анна, 1‑се (1905), ҡылыслы 2‑се (1878), 3‑сө (1873) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика