СУХАНОВ Николай Иванович (1918, Стәрлетамаҡ ҡ. – 31.5.1944, Яссы ҡ. янында, Румыния), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ т. юл ст. эшләгән. 1942 й. окт. алып Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 373‑сө уҡсылар див. 243‑сө айырым танкыға ҡаршы истребитель дивизионының танкыға ҡаршы ҡорал ротаһының отделение ком. өлкән сержант С. 1944 й. 31 майында Яссы ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Стәрлетамаҡта урамға С. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика