СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1933—40 йй. Күгәрсен р‑нының К.Маркс ис. к‑зында эшләй. 1936—38 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. апр. башлап Воронеж һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 11‑се гвардия армияһы 26‑сы гвардия уҡсылар див. 79‑сы гвардия уҡсылар полкының рота ком. гвардия өлкән лейт. С. 1944 й. 15 июлендә Алитус ҡ. (Литва ССР‑ы) янында Неман й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Күгәрсен р‑нының Октябрьский а/с рәйесе булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика