СУБАЕВ Флүр Йосоп улы [20.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡыҫҡайылға а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 28.7.2001, Өфө], хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1980). Фәт.Й.Субаевтың ҡустыһы. Даманский утрауында совет-ҡытай ҡораллы бәрелешендә (1969) һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1984) ҡатнашыусы. Алма-Ата хәрби сик буйы уч‑щеһын (1953), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (1965), Юғары сик буйы командирҙар курстарын һәм Ф.Э.Дзержинский ис. СССР Дәүләт именлеге ком‑тының Юғары мәктәбе эргәһендәге органдарҙың етәкселек составы ф‑тын (Мәскәү, 1985) тамамлаған. 1950 й. алып Совет Армияһында. 1953 й. башлап сик буйы заставаһы нач. урынбаҫары, застава нач., артабан Алыҫ Көнсығыш сик буйы округының 55‑се сик буйы отряды нач.; 1977 й. алып Байкал аръяғы, 1981 й. — Кавказ аръяғы сик буйы округтары камандующийҙары урынбаҫары. Отставкаға сыҡҡандан һуң (1990) Өфөлә йәшәй. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1987). Ҡыҙыл Йондоҙ (1984), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1977) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика