СТУКОВ Иннокентий Николаевич (17.8.1887, Иркутск губ. Тунок а. — 4.11.1936, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Реаль уч‑щены тамамлаған (Троицкосавск ҡ., 1905). 1905 й. башлап Украинала, 1907 й. — Себерҙә революцион хәрәкәттә ҡатнаша. Февраль революцияһынан һуң РСДРП(б)‑ның Петроград ком‑ты, 1917 й. июненән РСДРП(б)‑ның Мәскәү өлкә бюроһы, окт. Мәскәү ХРК ағзаһы. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышының большевиктар фракцияһы ағзаһы. Бишенсе армияның Реввоенсовет ағзаһы булараҡ Омск, Өфө, Һамар ҡҡ. партия эше алып барған. 1919 й. ғин. алып Өфө һәм Өфө губернаһының Ваҡытлы рев. ком‑ты рәйесе, 1920 й. март—нояб. РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты секретары. 1921 й. башлап Мәскәүҙә “Московский рабочий” (“Мәскәү эшсеһе”) гәз., “Ҡыҙыл сиҙәм” нәшриәте, “Безбожник у станка” (“Аллаһыҙ станок артында”) ж. мөхәррире. Репрессиялана, атыла. 1957 й. аҡлана.

И.Ғ.Кәримова, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика