СТРОГАНОВТАР, С т р о г о н о в т а р, сәнәғәтселәр, сауҙагәрҙәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Помор крәҫтиәндәренән, 1722 й. алып дворяндар нәҫеле. Билдәлеләре: Фёдор Лукич С. (?—1497), 15 б. уртаһында Соль‑Вычегодск төбәгендә (хәҙ. Архангельск өлк. Сольвычегодск ҡ.) төпләнә. Уның улы — Аникей Фёдорович С. (1497—1570), 1515 й. шунда уҡ ҙур тоҙ ҡайнатыу кәсебе аса. 1558 й. батша Иван IV Кама һәм Чусовая йй. буйындағы ерҙәргә жалованный грамота ала. Үҙенең хәрби дружинаһы м‑н урындағы халыҡтың (ш. иҫ. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен) баҫып ала, унда ҡәлғәләр һәм торамалар төҙөй. Уның улы Семён Аникеевич С. (?—1609) һәм ейәндәре Максим Яковлевич С. (1557—1624) һәм Никита Григорьевич С. (1560— 1616), 1851 й. атаман Ермактың походын ойоштороуҙа ҡатнашалар һәм яңы биләмәләр алалар. 1610 й. “бола” йылдарында хөкүмәткә хәрби, аҙыҡ- түлек һәм финанс ярҙамы күрһәткән өсөн атаҡлы кешеләр дәрәжәһен алалар. Шулай уҡ билдәлеләр: Григорий Дмитриевич С. (25.1.1656— 21.11.1715, Мәскәү), 17 б. 80‑се йй. уртаһында С. биләмәләрен берләштерә. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышы йылдарында Петр I финанс ярҙамы күрһәтә. Уның улдары: Александр Григорьевич С. (2.11.1698, Түб. Новгород өйәҙе Гордеевка а. — 7.11.1754, Мәскәү), барон (1722). Ген.‑поручик, статский советник (1742), действительный камергер (1725). 1746 й. Йоҡ- Кама заводын төҙөй; Николай Григорьевич С. (2.10.1700, Воронеж ҡ. — 1758, Мәскәү), барон (1722). Тайный советник, действительный камергер; Сергей Григорьевич С. (20.8.1707, Мәскәү — 30.9.1756, С.‑Петербург), барон (1722). Ген.‑лейт. (1754), действительный камергер (1742). 1730 й. ағалы‑ҡустылы С. Белембай заводына нигеҙ һала. Александр Григорьевич С. ҡыҙы — Варвара Александровна С. (Шаховская; 2.12.1748— 29.10.1823, С.‑Петербург), баронесса. Атаһының милкен бүлешкәндән һуң 1757 й. башлап Йоҡ‑Кама з‑ды хужаһы була, завод 1864 й. А.П.Шуваловҡа (ҡара: Шуваловтар) мираҫ итеп ҡалдырыла. Сергей Григорьевичтың улы — Александр Сергеевич С. (3.1.1733, Мәскәү — 27.10.1811, С.‑Петербург), барон, действительный тайный советник (1775), обер- камергер (1797), Изге Рим империяһы графы (1761), граф (1798). Сенатор (1775 й. алып). Уложенный комиссия эшендә ҡатнаша. 1800 й. алып Императорҙың йәмәғәт китапханаһы дир., Сәнғәт акад. президенты (С.‑Петербург). Дәүләт советы ағзаһы (1804 й. алып). С.‑Петербургта Ҡазан соборын төҙөүгә етәкселек итә. 1754 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан 156 мең дисәтинә ер һатып ала. 1756 й. Һатҡы заводына нигеҙ һала, 1769 й. уны Л.И.Лугининға (ҡара: Лугининдар) һата. Уның улдары: Григорий Александрович С. (13.9.1770, С.‑Петербург — 7.1.1857, ш. уҡ), граф. Действительный камергер (1796). Испания, Төркиә, Швецияла илсе була. Дәүләт советы ағзаһы (1827 й. алып). 1849 й. уның тәҡдиме м‑н Өфөлә малайҙар өсөн приют (ҡара: Балалар приюттары) асыла; Павел Александрович С. (7.6.1772, Париж — 10.6. 1817), граф, ген.‑лейтенант. Камер- юнкер (1792). 1789—94 йй. француз революцияһында, 1805 й. рус‑австрий- француз, 1806—07 йй. рус‑прусс-француз, 1806—12 йй. рус‑төрөк, 1807—__ 09 йй. рус‑швед, Ватан һуғыштарында (1812), 1813—14 йй. рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашҡан. 1802 й. башлап сенатор, эске эштәр министры урынбаҫары. Екатеринбург өйәҙендә, Пермь өйәҙендә ерҙәр хужаһы. Григорий Александрович С. улы — Сергей Григорьевич С. (8.11.1794, С.‑Петербург — 28.3.1882, ш. уҡ), граф. Кавалериянан генерал (1852). 1812 й. Ватан һуғышында, 1813—14 йй. рус армияһының сит илгә походтарында, 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында ҡатнашҡан. 1835—47 йй. Мәскәү ун‑ты попечителе, 1837—74 йй. Рәсәйҙең Мәскәү тарих һәм боронғо ҡомартҡылар йәмғиәте рәйесе. Дәүләт советы ағзаһы (1856 й. алып), 1859— 60 йй. ваҡытлыса Мәскәү ген.‑губернаторы. 1825 й. Мәскәүҙә үҙ аҡсаһына түләүһеҙ техник һүрәт мәктәбен (хәҙ. С.Г.Строганов ис. Мәскәү нәфис сәнәғәт ун‑ты) ойоштора. 1859 й. Археологик комиссия ойоштора һәм уға етәкселек итә. 1872—82 йй. Белембай з‑ды хужаһы. Урыҫ тәңкәләре һәм иконаларының ҙур коллекцияһын төҙөй.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика