СТРАЛЕНБЕРГ (Табберт) Филипп Иоганн (1676, Штральзунд ҡ., Померания — 1747), сәйәхәтсе, географ, этнограф. 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында ҡатнашыусы. Полтава һуғышы (1709) ваҡытында рустарға әсирлеккә эләгә, 1711—21 йй. Тубыл ҡ. һөргөндә була. Себерҙең тарихын, этнографияһын һәм географияһын өйрәнә. Рәсәй империяһы картаһын төҙөй, унда Тубылдан алып Волгаға һәм Яйыҡтан алып Кама йй. тиклем Башҡортостан терр‑яһы, ҡалалар һәм ҡәлғәләр, айырым башҡ. ҡәбиләләренең төйәк иткән ерҙәре билдәләнгән. “Das Nord‑ und Ostliche Theil von Europa und Asia” (1730; “Европа һәм Азияның төньяҡ‑көнсығыш өлөшөнөң тарихи һәм географик тасуирламаһы”, урыҫса тәрж. 1797) тигән китабында башҡорттарҙы “истәктәр” тип телгә ала. Тәүгеләрҙән булып башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһын тәҡдим итә.

Х е ҙ м.: Записки капитана Филиппа Иоганна Страленберга об истории и географии Российской империи Петра Великого: Северная и восточная часть Европы и Азии: в 2 т. М.; Л., 1985—1986.

И.В.Кучумов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика