СТӘРЛЕТАМАҠ ӨЛКӘҺЕ, СССР ЮС‑ы Президиумының 1952 й. 29 майындағы указы м‑н БАССР составында ойошторола. Өлкәгә респ. көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ өлөшө инә. Төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Силәбе өлкәһе, көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайышта — Чкалов өлк. (ҡара: Ырымбур өлкәһе), төньяҡ-көнбайышта Өфө өлкәһе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Майҙаны — 72,9 мең км2. 25 ауыл районынан (Абҙан районы, Архангел районы, Ауырғазы районы, Баймаҡ районы, Белорет районы,Боҙаяҙ районы, Бөрйән районы, Воскресенск районы, Ғафури районы, Ейәнсура районы, Йомағужа районы, Йылайыр районы, Көйөргәҙе районы, Күгәрсен районы, Ҡырмыҫҡалы районы, Маҡар районы, Матрай районы, Миәкә районы, Мәләүез районы, Стәрлебаш районы, Стәрлетамаҡ районы, Учалы районы, Фёдоровка районы, Хәйбулла районы, Әбйәлил районы) тора, өлкә буйһоноуында — 3 (Белорет, Ишембай, Стәрлетамаҡ), район буйһоноуында 1 (Баймаҡ) ҡала,ҡала тибындағы 18 ҡасаба, ауыл тибындағы 5 ҡасабасоветы, 428 ауыл советы иҫәпләнә. Өлкә 1953 й. 30 апр. бөтөрөлә.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика