СТЕПАНОВ Никита Андреевич [13.10. 1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 22.9. 1953, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). 1943 й. мартынан Үҙәк, Белоруссия, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армияның 7‑се гвардия кавалерия корпусы Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының взвод ком. ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты С. 1943 й. 26 сент. Белорус ССР‑ының Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Йәрмәкәй урман хужалығында эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Йәрмәкәй р‑нының Йәрмәкәй а. урамға С. исеме бирелгән.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика