СТЕПАНОВ Константин Иванович [1.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡушйылға а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 13.3.1999, Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.], танкист, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.И.Ленин ис. 1‑се Ульяновск бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. июненән 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы танк армияһының 5‑се механизацияланған корпусы 233‑сө танк бригадаһы 1‑се танк батальонының танк ком. кесе лейт. С. 1944 й. 21—30 авг. Войнешти һәм Каменешти торама пункттары (икеһе лә — Румыния) өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Бишбүләк р‑нының эске эштәр бүлегендә эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Бишбүләк а. урамға С. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика