СТЕПАНОВ Александр Николаевич (25.9.1910, Өфө — 10.5.1991, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө т. юл ст. эшләгән. 1944 й. авг. алып 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы 13‑сө гвардия уҡсылар див. 42‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсылар взводы ком. урынбаҫары гвардия сержанты С. 1945 й. 24 ғин. Олау ҡ. (хәҙ. Олава ҡ., Польша) янында Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһе Дим ст. вокзал нач. булып эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1950) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика