АСТРАГАЛ (Astragalus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2000‑дән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, башлыса ҡоро өлкәләрҙә таралған. Башҡортостанда 18 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы тармаҡлы, насар үҫешкән түшәлеүсән йәки төҙ ағас һабаҡ, бейеклеге 15—120 см тиклем. Япрағы ҡатмарлы ҡауырһын һымаҡ, ҡайһы ваҡыт осло. Сәскәлеге — тәлгәш, тумалаҡ, башаҡ һ.б. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше —2 ҡапҡаслы асылыусы ҡуҙаҡ, июль—авг. өлгөрә. Далала һәм урман‑дала зонаһы ҡаяларының асыҡ урынында австрий А., иҙел А., оҙонаяҡ А., таръяпраҡ А., йылҡыборсаҡ А., түңәрәк йемеш А. һ.б. таралған, һирәгерәк мөгөҙйемеш А. һәм ҡая А. осрай. Болондарҙа БР‑ҙың бөтә терр‑яһында дат А. үҫә. Дымлы, тоҙло тупраҡлы болондарҙа, башлыса Башҡортостандың Урал аръяғында, — ҡырлы А., Башҡортостандың Урал алдының боҙолған болонло һәм рудераль бергәлектәрендә ноҡот А. таралған. Киң япраҡлы урманда һәм уларҙың ситендә һирәкләп татлы А. осрай. Краснокама р‑нының ҡоро ҡарағай урманында, урман аҡландарында ҡомлоҡ А. табылған. А. күп төрҙәре — ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлеге. Эндемиктар Карелин А., Клер А. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 18 б. П.С.Паллас тарафынан Ирәмәл тауында билдәләнгән норвег А. юҡҡа сыҡҡан төрҙәргә инә.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина